САМОСЮК Ольга Александровна (22.9.1958, Бөрө ҡ.), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1983). 1987 й. алып Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалында уҡыта, 1989 й. – В.М.Комаров ис. балалар ижады һарайының һынлы һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте түңәрәге етәксеһе, 1996 й. — БР Рәссамдар союзының “Яңы галерея” күргәҙмәләр залы дир. урынбаҫары, 1998 й. – дир., 2000 й. башлап 2‑се балалар художество мәктәбендә (бөтәһе лә – Өфө) уҡыта.

Баҫма (башлыса офорт, акватинта, монотипия) һәм уникаль графиканың төрлө техникаһында эшләй. Әҫәрҙәре композицияның күп төрлө алымдары һәм сағыу образдары м‑н айырылып тора; офорттарына — композицияларының тулылығы, монотипияларына колорит һәм фактуралар байлығы хас. Ҙур форматлы төҫлө офорттар (“Цивилизациялар”, 2002—03; “Мифологик бестиарий”, 2004—06 һ.б. сериялары), 100‑ҙән ашыу график экслибрис, ҡурсаҡ (ҡара: Нәфис ҡурсаҡ сәнғәте) авторы. 1983 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988, 1992, 2000, 2004—08), Мәскәү (1994, 1997, 2004, 2007). Эштәре БДХМ, Хәҙерге заман сәнғәте, Экслибрис музейы (икеһе лә — Мәскәү), Ирбит һынлы сәнғәт музейы һ.б. коллекцияларында һаҡлана. “Йылдың иң яҡшы әҫәре” (“Лучшее произведение года”; 1995) Респ. конкурсы, Урал баҫма графика триенналеһы (2004; икеһе лә – Өфө), Бөтә Рәсәй экслибрис конгресы сиктәрендәге күргәҙмә (Вологда ҡ., 2007), “Гданьск арыҫландары” (“Гданьские львы”) Халыҡ‑ара экслибрис биенналеһы (Гданьск ҡ., Польша; 2008) һ.б. лауреаты.

Әҙәб.: Монотипии Ольги Самосюк: каталог. Уфа, 2008; Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2008.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика