САМОСЮК Борис Алексеевич (29.9.1957, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). БДПИ‑ны тамамлаған (1984). 1991 й. алып Өфөнөң 2‑се балалар художество мәктәбендә уҡыта.

Метафизик йүнәлеш вәкиле (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар). Әҫәрҙәрендә С. төҫтәрҙең ҡуйылығына, художество образдарының системаһына өлгәшә. Символдар, формаларҙы стилизациялауҙы ҡуллана. Графикала эшләй: традицион (“Урал”, 1984, линогравюра; “Аҡ кейемдәр”, 1985, офорт сериялары) һәм авторлыҡ (иретелгән пластикала рельефты, гравировкаланған штрихты, фактура коллажын яраштыра; “Дин”, 1989—90; “Библия сюжеттары”, 1990—92 сериялары) техникалары. Рәсем сәнғәтендә техник алымдар һәм ысулдар м‑н эксперименттар үткәрә: буяуҙар ҡатламы аша үтә күренеп торған һүрәттәрен винил өҫтөнә төшөрә (акрил, акв., майлы буяу), һауа мөхитен һәм яҡтылыҡты һүрәтләй. С. ерҙәге тормош (“Урам кешеләре” диптихы, 1997) һәм күккә ашҡандан һуңғы донъя, хәҡиҡәт асылы (“Һинең исемең бар һәм һин мине иҫән тип уйлайһың...”, 2006—07), мәҙәниәт тарихы (“Ваҡыт ҡаршылығы”, 2005) т‑да уйлана. 1983 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1995, 2003, 2007), Мәскәү (2002). Эштәре БДХМ, Ростов өлкә, Ирбит, Екатеринбург һынлы сәнғәт музейҙары, Байя ҡ. (Франция) Хәҙ. заман сәнғәте музейы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “ШколАрт” Респ. конкурсы лауреаты (Өфө, 2006).

Әҙәб.: Борис Самосюк. Живопись, графика: каталог. Уфа, 2007; Изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина, М.О.Садыкова. Уфа, 2007.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика