АТАУҘЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 52 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Атауҙы күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 141 кеше; 1959 — 254; 1989 — 443; 2002 — 553; 2010 — 614 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

1934 й. “Йәнгел” с‑зы ойошторолған ваҡытта с‑здың 4‑се бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов