САЛТЫКОВА Федосия Петровна (5.4.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Һапаш утары, хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Яңы Һапаш а., — 1.3.2007, шунда уҡ). Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1944—81 йй. Күгәрсен р‑нының М.Горький ис. к‑зында эшләй (1956 й. алып сусҡа ҡараусы). С. етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшкән: йыл һайын һәр инә сусҡанан уртаса 25‑әр сусҡа балаһы алған (1960—65). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Секретарёв И. Трудолюбие //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика