САЛМАСОВ Павел Петрович (25.3.1930, Ленинград өлк. Рудаково а.), рәссам. РФ‑тың атҡ. (2006) һәм БАССР‑ҙың халыҡ (1990) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1961). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1953; педагогтары Б.Ф.Лалетин, А.Э.Тюлькин). 1955 й. алып Сибай ҡ. сәнәғәт пр‑тиелары, 1957—84 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты (Өфө) рәссамы.

Индустрия һәм ауыл пейзаждары оҫтаһы, әҫәрҙәренә биҙәктәр, төҫ гаммаһының байлығы, романтик күтәренкелек хас. “Ҡаты стиль” традицияларында башҡарылған тәүге ҙур форматлы, панорамалы “Карьер. Сибай” (1958), “Тау тоҡомо” (1969) һ.б. картиналары С. ижадында иң әһәмиәтле булып тора. Халыҡ тормошо күренештәрен сағылдырған пейзаждары тантаналы һәм лирик тойғоларға бай: “Урал аръяғы. Икмәк” (1964), “Тау ауылында” (1972), “Байрам” (1984) һ.б. Шулай уҡ тормошкөнкүреш жанрында (“Әсә булыу”, “Игенсе. Ураҡтың тамамланыуы”; икеһе лә – 1967), портрет (“Проходчиктар”, 1961) һәм интерьер (“Башҡорт өйөндә”, 1971) жанрҙарында; уникаль графика (“Ҡыҙыу көндәр”; ҡатнаш техника, 1995), монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1951 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (2001, 2005, 2007). Эштәре БДХМ, Өфө художество галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Удмурт Респ. Һынлы сәнғәт музейы (Ижевск), Ырымбур өлкә һынлы сәнғәт музейы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Павел Салмасов. Живопись. Графика: альбом-каталог /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2006.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика