САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ҺӘЙКӘЛДӘР, монументаль сәнғәт ҡомартҡылары (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттары). Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 й. Т.П.Нечаева проекты б‑са эшләнә; архитекторы Н.И.Озёрная. Тәүҙә Салауат р‑ны Малаяҙ а. Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға ҡуйыла, һуңынан паркка күсерелә, хәҙ. Салауат Юлаев музейы терр‑яһында урынлашҡан. Һәйкәл постаменттан һәм бронза бюстан тора. Авторҙың шундай уҡ һәйкәлдәре 1952 й. Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге баҡсала (1969 й. һүтеп алына, 1998 й. реставрациянан һуң “Янғантау” шифаханаһы терр‑яһына урынлаштырыла), 1967 й. Салауат ҡ. Салауат Юлаев ис. скверҙа ҡуйыла. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Өфөлә Ағиҙел й. ярында (Зәки Вәлиди һәм М.Ғафури урамдарының киҫеше) урынлашҡан. Скульптор С.Д.Тавасиев проекты б‑са ҡойола; архитекторы И.Г.Ғәйнетдинов; 1967 й. асыла. Һәйкәл йөҙләнгән гранит постаменттан (10 м) һәм Ленинград “Монументскульптура” з‑дында суйындан ҡойолған ат м‑н һыбайлы статуяһынан (9,6 м) тора. Һәйкәл композицияһын ул урынлашҡан уба һыҙаты тәбиғи тулыландыра, постаменттың силуэтында стилле рәүештә ҡабатланып тора. Салауат Юлаев образында ҡаһарманлыҡ, рухи ҡеүәт, ихтыяр көсө һәм батырҙың еңеүгә сикләнмәҫ ынтылышы сағыла. Ат статуяһы динамика м‑н һуғарылған: өҙәңгегә баҫҡан Салауат ҡамсы тотҡан ҡулын күтәреп, атын ҡырҡа туҡтатҡан һәм толпары артҡы аяҡтарына сүккән; Салауат Юлаевтың ғәйрәтле профиле, баҙыҡ кәүҙәһе, аттың мускулдары сикһеҙ аныҡлыҡ м‑н тасуирланған. Уның һүрәте дәүләт гербында күрһәтелгән. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Салауат ҡ. инеп килгән ерҙә урынлашҡан. Скульптор А.В.Семченко проекты б‑са ҡойола, архитекторы Ю.М.Бриллиантов; 1988 й. ҡуйыла. Һәйкәл композицияһы стилләштерелгән ҡош һүрәте һәм атта елеп барған Салауат Юлаев скульптураһы м‑н ослап ҡуйылған тимер-бетон пилондан (12 м) тора. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Палдиски ҡ. (Эстония) урынлашҡан. Нечаева проекты б‑са ҡойола; архитекторы Андрис Мянд; 1989 й. асыла. Һәйкәл композицияһы ҡыҙыл гранит постаменттан (1,58 м) һәм сүкелгән баҡыр бюстан (1,3 м) тора. 1994 й. бюсты урлайҙар; 1997 й. автор бер аҙ үҙгәрткәндән һуң шул уҡ 1989 й. ҡойолған оҡшаш бюст ҡуйыла. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы алдында (Зәки Вәлиди урамы, 40) ҡуйылған. Х.М.Хәбибрахманов проекты б‑са ҡойола; 2000 й. асыла. Композиция тәбиғи ташты (1 м) һәм сүкелгән баҡыр фигураны (2,9 м) үҙ эсенә ала. Салауат Юлаевтың тыныс, ышаныс м‑н һуғарылған һынында автор уның ихтыяр көсөн күрһәтә; уйға сумған йөҙө, кейеменең деталдәрендәге биҙәктәр м‑н образдың романтик асылын көсәйтә.

Әҙәб.: Сорокина В.М. Сосланбек Тавасиев. Жизнь и творчество. Уфа, 2007.

 

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика