САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Мәләүез р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ергән ауылы. Составына 2 үҫемлекселек бригадаһы, 3 һөтсөлөк фермаһы, сусҡ‑ҡ фермаһы, һөт һәм макарон цехтары, көнбағыш эшкәртеү цехы, тирмән һ.б. инә. Мәҙәниәт йорто бар. 2006 й. 356 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8588 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 6679 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 35,9, шәкәр сөгөлдөрө — 394,3, көнбағыш — 16,6, картуф — 302; етештерелгән (т): иген — 12620,8, шәкәр сөгөлдөрө — 1380, көнбағыш — 556,7, картуф — 6039. Һыйыр малы һаны — 1876 (560 һыйыр), сусҡа — 481, йылҡы — 69; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3800 кг; етештерелгән (т): һөт — 1970, ит — 230. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1930 й. Салауат ис. к‑з булараҡ ойошторола, 2000 й. хәҙ. статусын ала. 1990 й. алып хужалыҡта картуф үҫтереүҙең голланд технологияһы, 1993 й. — шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә интенсив технология ҡулланыла. Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән (Мәскәү, 2006).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика