САЛАУАТ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. 1933 й. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. үҙешмәкәр драма түңәрәге базаһында Ауырғазы колхоз‑совхоз театры булараҡ ойошторола, 1956 й. алып Салауат башҡ. дәүләт драма театры.

Театрҙа уҡыу студияһын ойошторған Е.Сыртланова‑Шляхтина (1933, 1934—38 йй. художество етәксеһе), Ә.С.Садиҡов коллективтың проф. нигеҙен булдыра. Театрҙың тәүге спектакле — В.С.Волков‑Кривушаның “Иҫке һәм яңы” (“Старое и новое”) пьесаһы. Репертуар башлыса башҡ. һәм татар драматургияһы әҫәрҙәренән — Ф.Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”, “Ғәлиәбаныу”, А.М.Таһировтың “Себерәк Ғилман”, Т.Ғиззәттең “Сатҡылар”, Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” спектаклдәренән, ш. уҡ агитпьесаларҙан тора. Постановкалар — Т.Баҡыев, Г.Яҡупов, художестволы биҙәү — Х.Ш.Ғәлимов, Н.Хөсәйенов; муз. биҙәү Х.Насиров тарафынан башҡарыла. Труппаның тәүге составына А.Аҡбашев, Х.Баев, Б.Йәғәфәрова, Б.Кәлимуллин, Ғ.Ғ.Насирова, Н.Хәсәнов һ.б. инә. 40‑сы йй. башында труппаға таратылған Дәүләкән (Б.Сафин, Н.Хафизов, М.Әминев һ.б.), Яңауыл колхоз‑совхоз театрҙары (ҡара: Колхоз‑совхоз театрҙары) актёрҙары ҡабул ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәрби-патриотик темаға спектаклдәр (“Тылда”, Л.Сәйфи; “Партизан ҡыҙ”, Х.К.Ибраһимов; “Һуғыш көндәре” һәм “Совет ҡыҙы”, В.А.Суходольский), бер актлы пьесалар, концерттар ҡуйыла. Труппала башлыса ҡатын-ҡыҙҙар (Н.Х.Алтынбәкова, А.Н.Ғәниева, Һ.Дәүләтшина, Г.Мирғәсимова, Ш.Мөхәмәҙиева, З.Г.Шәһийыһанова, З.А.Әхмәрова һ.б.) эшләй, ш. уҡ улар ирҙәр ролдәрен башҡара. 50‑се йй. башында театрҙың тотороҡло ижад коллективы барлыҡҡа килә; труппаға Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаусылар Ф.Х.Бәхтейәров, Р.Ғ.Баянов, И.Ғ.Вәлиев, В.К.Сәйфуллин, Р.Ғ.Сәйфуллина, Р.Ғ.Сәлихов, Ғ.Ғ.Фәхриев, С.Ш.Ғәлиев (30 йылдан ашыу театрҙың баш рәссамы) ҡабул ителә. Постановкаларҙы Ә.Ә.Әсләмов, Ә.М.Мирзаһитов ҡуя. Был йылдарҙа реж. Ф.Ғ.Ғәләүетдинов ижади эшмәкәрлеген башлай, уның башҡ. авторҙарының производство темаларына арналған пьесалары б‑са ҡуйылған спектаклдәре лирик тойғолар уятыуы м‑н айырыла: Н.Асанбаевтың “Беҙгә егеттәр килде”, И.Ә.Абдуллиндың “Йөрәк менән шаярмайҙар”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Йәйҙең һуңғы көнө” спектаклдәре. Театрҙың статусын үҙгәртеү һәм уны Салауат ҡ. күсереү яңы художество‑эстетик бурыстарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. С.б.д.т. респ. проф. реж. өсөн үҙенсәлекле мәктәп-лаборатория булып китә: Х.М.Усмановтың постановкалары (“Бәхет эҙләгәндә”, В.С.Розов, “Таңсулпан”, Ҡ.Даян, “Утлы өйөрмә”, Мирзаһитов) — уй‑фекеренең тәрәнлеге һәм сәхнәлә үҙенсәлекле кәүҙәләндереү, Р.М.Әйүповтың (“Раушан”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин, “Йырланмаған йыр”, М.Кәрим) постановкалары бай хистәр уятыуы м‑н айырылып тора.

Сәйфуллин етәкс. (1963—68, 1973—79 йй. баш реж.) С.б.д.т. айырыуса ҙур уңышҡа өлгәшә, ул театрҙың ижади эшмәкәрлегендә Г.А.Товстоноговтың художество принциптарын раҫлай. С.б.д.т. репертуарында масштаблы ижт.‑сәйәси һәм фәлс. яңғырашҡа ирешкән спектаклдәр барлыҡҡа килә: Т.Абдумомуновтың “Ғәфү ителмәй”, Т.Ғиззәттең “Ҡыйыу ҡыҙҙар” (1964, 1976), Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са Л.В.Вәлиевтең ш. уҡ исемле спектакле (Бөтә Рәсәй драма, музыка һәм балалар театрҙары спектаклдәре смотры лауреаты; Мәскәү, 1967), Х.Ниязиҙың “Бай һәм хеҙмәтсе”, Г.Фигейредуҙың “Эзоп, йәки Төлкө һәм Виноград” (Эзоп, или Лиса и Виноград) пьесаһы б‑са “Ҡол Эзоп”, Б.Шоуҙың “Иблес шәкерте” спектаклдәре. Хәҙ. заман башҡ. драматургтары әҫәрҙәренә лә ҙур иғтибар бүленә: Атнабаевтың “Законлы никах менән”, И.Ә.Абдуллиндың “Онотолған ант”, Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Әжәл алдынан” һ.б. Л.В.Вәлиевтең, Сәйфуллин һәм Л.Н.Елшанкиндың “Умырзая”, Розовтың “Туй көнө”, “Айгөл иле” һ.б. спектаклдәре персонаж характерҙарын ентекле психологик әҙерләү м‑н айырылып тора. Постановкаларҙы ш. уҡ К.Ф.Ғәҙелшин, Ғәләүетдинов, Усманов ҡуя. Художестволы биҙәү м‑н Ғәлиев, В.И.Плекунов шөғөлләнә. 60‑сы йй. театрҙың ижади составына Р.Р.Абдуллин, Ф.Дәүләтбаева, Р.И.Мозаһитов, А.Мостафин, Ф.М.МостафинаНиғмәтуллина, Ә.Ә.Нурмөхәмәтов, Ә.Р.Хөсәйенов, Ф.М.Әхмәтов һ.б. ҡабул ителә. 70‑се йй. башында башлыса башҡ. һәм татар драматургтары пьесалары ҡуйыла: А.Х.Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш”, Асанбаевтың “Күктән төшкән бәхет”, Ибраһимовтың “Еҙнәкәй”, Т.Ғиззәттең “Ташҡындар” һ.б.; труппаны Ф.А.Бәкеров, Н.М.Бәкерова, Р.Ә.Ғәлин, Р.А.Ғәлина, М.Г.Занина, Г.И.Зыязитдинова, М.С.Иҙрисов, Г.Я.Йәнбирҙина, В.Ғ.Хәсәнова, Р.Ф.Әминев һ.б. тулыландыра.

1979—87 йй. коллектив м‑н Нурмөхәмәтов етәкс. итә. Уның постановкаларында мораль-этик темалар киҫкен һәм заманса яңғыраш ала: М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль, Н.Хикмәттең “Онотолған әҙәм” (был спектаклдәрҙең постановкалары өсөн реж. һәм рәссам М.С.Шнейдерман Ғ.Сәләм пр. лайыҡ була), Ф.Ә.Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” романы б‑са үҙ инсценировкаһында ш. уҡ исемле спектакль. Постановкалар эшен ш. уҡ К.Р.Нәҙершин алып бара: Ф.Гарсия Лорканың “Ҡанлы туй”, А.Дударевтың “Һуңғы аҙым”, Ф.В.Боғҙановтың “Мине саҡырған уттар”, Р.Батулланың “Кисер мине, әсәй” һ.б. Софоклдың “Антигона”, Г.И.Гориндың “Геростратты онотоу” (“Забыть Герострата”) пьесаһы б‑са “Онотоп булмай” спектаклдәре тарихи процесстарҙы фәлс. ҡараштан фекерләргә ынтылыу м‑н айырылып тора. 1988 й. баш реж. итеп Г.М.Ильясова тәғәйенләнә. Ул сәхнәләштергән А.М.Ғәлиндың “Ретро”, К.М.Аҡбашевтың “Йәшлегем тирәктәре”, Л.В.Вәлиевтең “Упҡын, йәки Муйыл һыуығы”, Ф.М.Бүләковтың “Атылған өйөр” спектаклдәренә художестволы бөтөнлөк, образлылыҡ хас.

1992—99‑сы йй. Сәйфуллин театрҙың художество етәксеһе була. Уның “Таштуғай”, “Әбейҙәргә ни етмәй” (икеһе лә – Бүләков), “Яр ситендә” (Н.Ғәйетбай), “Һарысәс” (Р.Ҡол‑Дәүләт) һ.б. спектаклдәрендә 90‑сы йй. ижт.‑сәйәси үҙгәрештәр сағылыш ала. Постановкалар м‑н ш. уҡ Р.М.Назарова (“Мөхәббәт хаҡына” Р.Ф.Байбулатов, “Һипкелле ҡыҙ”, Аҡбашев һ.б.), И.И.Вәлиев (“Хуш, мин киттем...”, Н.Ғәйетбай, “Юғалма, өмөтөм”, Х.А.Ирғәлин), О.З.Ханов [“Бергә булырға юҡ сара”, В.Дельмарҙың “Артабан — тынлыҡ” (“Дальше – тишина”) пьесаһы б‑са, “Таштарҙа үҫкән мөхәббәт”, Ю.О'Нил], Ә.Х.Дилмөхәмәтова, Б.Н.Ибраһимов, Г.А.Мөбәрәкова, Х.Ғ.Үтәшев; художестволы биҙәү м‑н – А.Л.‑Х.Ғиләжев, Р.Жирнов, В.М.Ханнанов, К.Д.Чарыев; муз. биҙәү м‑н Н.Ә.Дауытов, Р.Р.Сәғитов, Р.М.Хәсәнов һ.б. шөғөлләнә. Актёрҙар составына И.Л. һәм Н.Б. Иҫәнбаевтар, Р.Р.Мәһәҙиев, Я.Х.Шәрипов, Г.Т.Шәрипова; ӨДСИ‑нең махсус курсын тамамлаусылар Ф.Ф.Ҡолһарин, Г.З.Сафиуллина, Н.Н.Яҡупова һ.б. ҡабул ителә.

2000‑се йй. башынан С.б.д.т. милли театрҙың халыҡ сығанаҡтарын һәм традицияларын һаҡлап, репертуарҙы яңырта, уның сәхнәһендә байтаҡ башҡ.: (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов, “Ай тотолған төндә” һәм М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы б‑са “Салауат”, “Зәйтүнгөл” һәм “Көҙән башҡорто”, Н.Асанбаев), татар (“Шулай булды шул...”, Т.Ғ.Миңнуллин), урыҫ классик (“Һуңлап килгән мөхәббәт”, А.Н.Островский), хәҙ. заман (“Ҡояш байыр алдынан”, Дударев, С.А.Алексиевичтың “Һуғышмы ни ҡатын-ҡыҙ йөҙө” әҫәре б‑са Э.З.Шәйеховтың ш. уҡ исемле спектакле) һәм сит ил [“Һаран”, Мольер, “Ах, Сапатера!..”, Ф.Гарсия Лорканың “Ғәжәп башмаҡсы ҡыҙ” (“Чудесная башмачница”) пьесаһы б‑са] әҙәбиәте әҫәрҙәре ҡуйыла. Балалар өсөн спектаклдәр барлыҡҡа килә: Л.Измайлов һәм В.Чудодеевтың  “Урам сатында”, Р.Киплингтың “Джунглиҙар китабы” (“Книга джунглей”) б‑са “Маугли”, А.Милн әҫәрҙәре б‑са “Вини‑Пух һәм уның дуҫтары”, В.Гауфтың “Бәләкәй Мук” әкиәте б‑са ш. уҡ исемле спектакль; икеһе лә – Шәйехов һ.б. Шәйехов постановкаһында (2003—06 йй. баш реж.) С.Лобозеровтың “Сит кеше менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с неизвестным”) пьесаһы б‑са “Аҫты өҫкә килгән донъя” спектакле (Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты; Мәскәү, 2006) сағыу сәхнә тамашаһы формаһында ҡуйылыуы һәм традицион булмаған трактовкаһы м‑н айырылып тора. Спектаклдәрҙе ш. уҡ Ә.Ә.Абушахманов, Н.А.Байкова, Ибраһимов, А.Ә.Нәҙерғолов ҡуя; художестволы биҙәү м‑н — А.В.Нестеров, Е.Пантелеев, Н.А.Степанова, Чарыев; муз. биҙәү м‑н А.М.Ҡобағошов, Сәғитов, И.М.Хәлилов һ.б. шөғөлләнә. Труппаға Р.Ф.Ишемғолов, Р.Р.Фазылов; ӨДСА‑ның махсус курсын тамамлаусылар Р.Ф.Ғәйнуллин, Р.Р.Ғималов, А.Т.Хәсәнова, М.И. һәм Н.А.Йомағужиндар һ.б. ҡабул ителә. С.б.д.т. Рәсәй буйлап һәм Ҡытайҙа гастролдәрҙә була. Баш реж. — Ханов (2009—12 йй.), З.Ф.Сөләймәнов (2014 й. алып). Дир.: И.А.Әхмәров (1941—59, 1964—66), Н.Асанбаев (1959—62), М.Ш.Яппаров (1977—97), Байкова (1998 й. алып), А.Н.Йыһаншин (2014 й. июль — 1 дек.), И.М.Маннапов (2015 й. алып, вазифа башҡарыусы). 1956 й. башлап С.б.д.т. төрлө биналарҙа урынлаша; сығыштары “Алмаз”, “Нефтехимик”, “Строитель” һ.б. мәҙәниәт һарайы сәхнәләрендә үтә. 1992 й. алып Еңеүҙең 30 йыллығы урамы б‑са үҙ бинаһы бар.

Әҙәб.: Әхмәтшин Ғ. Салауат театры. Өфө, 1967; Сабитов М. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993; Станкова Л. Юлдар, юлдар... Театр. Дорога без конца..: ч. 1—2. Салават, 2008.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика