САЛАВАТ, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы һалынҡы сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы эре, йәшел, ялтыр, уртаса киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 350—800 г, йомро, яҫы нигеҙле, бер аҙ һуҙылған остары бар, алтын һымаҡ һары төҫтә. Ҡабығы ҡалын, тығыҙ, шыма, өҫ яғы ялтыр, майлы. Итсәһе һарғылт аҡ, һутлы, әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты — сент. уртаһынан, ҡулланыу өсөн — окт. аҙағынан март аҙағына тиклем. Шәкәр миҡдары — 3,3—4,7%, кислота (башлыса лимон к‑таһы) — 3,1—3,3%, С витамины — 36,6—37,5 мг%. Уңдырышлылығы — 1 ағастан 29,0 кг (Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2008). БР б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ тупраҡта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика