САЛАВАТ ЮЛАЕВ, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 2005 й. В.А.Зыкин, Р.Р.Исмәғилев, Р.К.Кадиков, Р.С.Кирәев, В.Д.Недорезков һ.б. тарафынан (БДАУ) Омская 30 һәм Омская 20 сорттарының гибридлы комбинацияһынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 106 см тиклем. Башағы аҡ төҫтә, төкһөҙ, призма формаһында, уртаса тығыҙлыҡта, ҡылсыҡһыҙ. Орлоғо ҡыҙыл, эре, ярым оҙонса. 1000 орлоғоноң ауырлығы 38—42 г. Аҡһым миҡдары 16,4%, елемсә — 36,1%. Уртаса өлгөрөүсе сорт, йығылыуға, ҡоролоҡҡа, онло ысыҡҡа, һоро һәм һабаҡ тутына сыҙамлы. Уңдырышлылығы 42,4 ц/га (Ҡырмыҫҡалы сорт һынау участкаһы, 2007). БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Р.К.Кадиков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика