“САҠ‑СУҠ”, “С а ҡ ‑ С у ҡ б ә й е т е”, башҡ. бәйете. “С.‑С.” варианттарын (60‑тан ашыу) С.Ә.Галин, Ф.А.Нәҙершина, Р.С.Сөләймәнов, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Ҡайһы бер варианттары тәүге тапҡыр Шоңҡаров яҙмаһында “Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр” (1978) китабында баҫтырыла. Эпик‑драматик характерҙағы бәйет. Башҡ. муз. фольклорҙың иң популяр әҫәрҙәренең береһе, мифол. бәйеттәргә ҡарай. Саҡ м‑н Суҡ — ғүмер буйы бер‑береһен эҙләп таба алмаған ҡоштар. “С.‑С.” сюжеты нигеҙендә — ғаилә-көнкүреш драмаһы. Улдарының үҙ‑ара бер‑береһе м‑н килешә алмай һуғышыуына асыуы килгән әсә уларҙың ҡошҡа (Саҡ м‑н Суҡ) әүерелеүен теләй. Ҡарғышы үтәлә һәм балалары тыуған йортон мәңгегә ташлап китә. Шиғри текст балаларҙың монологы формаһында ҡоролған. “С.‑С.” көйө квадрат структуралы, бәләкәй диапазонлы (децима), мелодикаһы моңло, көйләп һөйләүгә тартым. Лады — мажор пентатоника, көйө түбәнәйә барған секвенцияға ҡоролған. Бәйет сюжеты б‑са кинорежиссёр А.Ю.Асҡаров тарафынан “Әсә” к/ф төшөрөлгән (“Башҡортостан” к/ст, “Студия Аркаим продакшн” ЯСЙ, 2015).

Әҙәб.: Г а л и н Г.С. Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика. Уфа, 2006.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Ноталар

Яндекс.Метрика