САҠАЕВ Нури (Нуретдин) Нәбиулла улы [1.7.1885, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 3.3.1927, Ҡазан], актёр, режиссёр. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1907 й. алып И.Ашҡаҙарскийҙың “Фажиғә вә мөсәккин ислямия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”), 1908 й. — “Сәйяр”, 1912 й. — “Нур”, 1915 й. — “Ширҡәт” труппалары актёры, 1917 й. башлап агитпоезд (Ташкент), 1921 й. Беренсе дәүләт татар труппаһы (Ҡазан) реж., 1919—1925 йй. Үрнәк татар‑башҡорт театрының художество етәксеһе, Башҡ. дәүләт драма театры һәм Башҡорт Күсмә театры реж., 1926 й. алып Татар акад. театры (хәҙ. Ғ.Камал ис. Татар театры, Ҡазан) актёры, режиссёры.

Башлыса комик һәм киҫкен характерлы образдарҙы уйнай: Васька (“Бәхетһеҙ үҫмер”, Ғ.Камал), Саттар (“Йәмһеҙ тормош”, Ф.Сәйфи-Ҡазанлы), Нуретдин (“Елкәнһеҙҙәр”, К.Ғ.Тинчурин), Осип һәм Ляпкин- Тяпкин (“Тикшереүсе” — “Ревизор”, Н.В.Гоголь) һ.б. Резонёр амплуаһында бик оҫта сығыш яһай: Исмәғил (“Бибекәй”, М.Йәлил), Бәҙри (“Ғәлиәбаныу”; икеһе лә — үҙенең постановкаһы). А.М.Таһировтың “Янғура”, М.Фәйзиҙең “Хәмҙиә”, Г.Хәмиттең “Һинд ҡыҙы” һ.б. спектаклдәр ҡуя (бөтәһе лә — татар телендә).

Әҙәб.: М ә һ ә ҙ и е в М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962; И л я л о в а И. Артисты театра им. Г.Камала. Казань, 2005.

Ю.А.Благов, Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика