САЙГИН Иван Андреевич [22.7. 1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Баръяҙы а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 21.6. 1987, Өфө], зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1963), проф. (1972). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү йылҡ‑ҡ ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Ҡустанай йылҡ‑ҡ з‑дының (Ҡаҙаҡ ССР‑ы) баш зоотехнигы, 1934 й. башлап Украина зона йылҡ‑ҡ ст. (Стрельцовка а.) ғилми хеҙм‑р. 1936 й. алып Башҡ‑н тәж. малс‑ҡ ст. өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1956— 78 йй. БНИИЗиС‑та бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда һөт етештереү йүнәлешендәге йылҡысылыҡты һәм ҡымыҙ яһауҙы үҫтереүгә арналған. С. етәкс. төрлө тоҡом аттарының продуктив сифаттарын асыҡлау б‑са, башҡорт аты м‑н тоҡомсолоҡ эше б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Уның тарафынан бейәләр һауыу м‑н бергә ҡолондарҙы үҫтереү, бейә һөтө етештереү, уны киптереү һәм яңынан һөткә әйләндереү, йыл әйләнәһенә ҡымыҙ менән дауалауҙы ойоштороу өсөн ҡымыҙ яһау технологияһы эшләнгән. 130 фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Башкирская лошадь и пути её улучшения. Уфа, 1955; Коневодство и кумысоделие. Уфа, 1965.

В.С.Мөрсәлимов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика