САДИҠОВ Фәрит Шәмсетдин улы [15.9.1927, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 12.12.1987, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). 1941 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының М.В.Фрунзе ис. к‑зда эшләй: 1947 й. башлап тракторсы, 1959 й. — механизацияланған звено етәксеһе. С. звеноһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: шәкәр сөгөлдөрөнөң уңдырышлылығы 318 ц/га тәшкил иткән (1971—73). Ленин (1973), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. С. исеме м‑н Ибраһим а. урам аталған.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика