САДИҠОВА Әҡлимә Ғариф ҡыҙы [7.11.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Түб. Аҡбаш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 18.6.1993, Ташкент], актриса. РСФСР‑ҙың атҡ. (1972), БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1940) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1931; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы). ГИТИС‑та уҡыған (1931—33). 1933—83 йй. БАДТ актрисаһы. С. типик һәм таныш образдар ижад итә. Байтаҡ комик ролдәр башҡара: Кукушкина (“Төшөмлө урын” — “Доходное место”, А.Н.Островский), Бочкарёва (“Платон Кречет”, А.Е.Корнейчук), Шифабикә (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин), Кроче апай (“Мут егет” — “Плут”, Л.Пиранделлоның “Лиола” пьесаһы б‑са), айырыуса Йыһан ҡарсыҡ роле (“Башмағым”) тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Күп кенә драматик һәм трагик ролдәрҙе психологик тәрәнлек һәм тормошсанлыҡ м‑н кәүҙәләндерә: Көнбикә (“Салауат”, Б.Бикбай), Шәмсинур (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Биби (“Ҡара сәскәләр” — “Чёрные розы”, В.Ғ.Ғәлимов, С.Джемалдең ш. уҡ исемле романы б‑са) һ.б. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика