САДИҠОВ Әхмәт Сәлих улы (1908— 1942), актёр, режиссёр. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы). 1928 й. алып Башҡ. драма театры актёры, 1932—33 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театрының (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) баш реж. вазифаһын башҡарыусы, 1936—38 йй. Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) режиссёры. Сағыу комик актёр. Башҡарыу манераһына төрлө алымдарҙы, ш. иҫ. буффонада һәм эксцентриканы — Хәннән (“Башҡорт туйы”; дебют, 1928), Миңлегәрәй (“Алатау”, А.М. Таһиров), Шәғәли (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Незеласов (“14— 69‑сы бронепоезд” —“Бронепоезд 14—69”, Всеволод Иванов) һ.б.; “көтөлмәгәнлек эффектын” — Шымсы (“Башмағым”; ролдә уйнау өсөн С. этте өйрәтә) ҡулланыу хас. Ауырғазы колхоз‑совхоз театрында (Е.СыртлановаШляхтина м‑н берлектә) А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”), Таһировтың “Сибиряк Ғилман” спектаклдәрен ҡуйған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика