САВЕНКО Фёдор Калиникович [11.8.1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кохновка а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 26.1.1987, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932—41 йй. Өфө р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1944 й. алып Өфө р‑нының Бейғол а/с рәйесе, 1945 й. — ВКП(б) район ком‑тының хәрби бүлеге мөдире, 1947 й. — “Маяк” к‑зы, 1954 й. — Т.Г.Шевченко ис. к‑з, 1959 й. — “Рәсәй” к‑зы рәйесе. 1963 й. башлап Иглин р‑нында: И.В.Мичурин ис. к‑з, 1973—84 йй. Иглин а/с рәйесе. С. етәкс. хужалыҡтар үҫемлекселек һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары һәм йәшелсә культураларының ундырышлылығы күтәрелгән; һөттөң тулайым һауымы 104,9 т (1953) 249,0 т тиклем (1959) артҡан. Ленин (1952, 1957), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика