САБИТОВ Рөстәм Нариман улы (5.12.1955, Өфө), комп., дирижёр. РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1988). Н.Ғ.Сабитовтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; Е.Н.Земцов класы). 1981 й. алып СССР‑ҙың Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе Ф.Ш.Мансуров). 1983—90 йй. һәм 2005 й. башлап БДОБТ дирижёры, 1990—97 йй. ӨДСИ эргәһендәге урта махсус музыка мәктәп‑лицейында, бер үк ваҡытта 1993 й. тиклем ӨДСИ‑лә уҡыта. 1992—2005 йй. БР Композиторҙар союзы рәйесе. С. ижадына формалар, гармония, оркестрға һалыу һәм драматургия үҙенсәлеге, стиль һәм жанрҙар төрлөлөгө, халыҡ музыкаһы элементтарын заманса композиция техникаһы м‑н берләштереү хас. Әҫәрҙәре араһында: “Мөхәббәт һәм үлем” (“Любовь и смерть”; 1979, көнсығыш легендалары мотивтары б‑са авторҙың либреттоһы) балеты; “Прометей” балет-ораторияһы (1998) һәм балеты (2008; икеһе лә — М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы б‑са Н.А.Спектор либреттоһы), симфониялар (2002; “Лорка”, 2005; 2007), Скрипка м‑н оркестр өсөн концерт (1980), “Симфоник картиналар” (“Симфонические картины”; 1992). Камера-инструменталь музыкала С. ҙур формаларға өҫтөнлөк бирә: ҡыллы квартет өсөн “Көҙгөлә сағылған конструкциялар” (“Зеркальные конструкции”; 1978) циклы, Соло‑гобой һәм ҡыллы оркестр өсөн концерт (1984), ҡыллы оркестр һәм һуҡма ҡоралдар өсөн “Атай иҫтәлегенә” (“Памяти отца”; 1987) поэмаһы, камера оркестры, ике ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра өсөн “Халыҡ стилендә бәләкәй симфония” (“Маленькая симфония в народном стиле”; 1996), “Өмөтһөҙлөк” (“Отчаяние”; 2003) фп. квинтеты һ.б. Композиторҙың вокаль музыка әҫәрҙәренә нескә мелодика хас: Ф.Гарсия Лорка шиғырҙарына 5 романс (1976), сопрано һәм фп. квинтеты өсөн М.Кәримдең шиғырҙарына “Мөхәббәт һәм үлем” (“Любовь и смерть”; 1978), сопрано, инглиз борғоһо һәм фп. квинтеты өсөн А.Исаакян шиғырҙарына “Төнгө тынлыҡта” (“В ночной тишине”; 1982) поэмалары, К.Хитомара һәм О.Якимото шиғырҙарына “Япон поэзияһынан” (“Из японской поэзии”; 1978) хор циклы. С. балалар музыкаһы әҫәрҙәре сағыу образлылығы һәм тәьҫирлеге м‑н айырылып тора: балалар хоры өсөн С.Я.Маршак шиғырына һәм халыҡ һүҙҙәренә “Балалыҡ” (“Детское”; 1985) миниатюралар циклы, фп. пьесалары, йырҙар. С.‑дирижёр репертуарында 20‑нән ашыу спектакль, улар араһында Дж.Вердиҙың “Травиата”, Н.А.Римский-Корсаковтың “Моцарт һәм Сальери” (“Моцарт и Сальери”) опералары, П.И.Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”), Х.Левенсхольдтың “Сильфида”, Н.Ғ.Сабитовтың “Буратино” һ.б. балеттары. РФ Композиторҙар союзының Д.Шостакович ис. пр. лауреаты (2001).

Әҙәб.: Скурко Е.Р. Башкирская академическая музыка. Традиции и современность. Уфа, 2005.

О.Я.Старикова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика