АТАРША, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Атарша а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Тәршә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 119 кеше; 1959 — 368; 1989 — 479; 2002 — 404; 2010 — 375 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

20 б. 30‑сы йй. Алағуз с‑зы ойошторолған ваҡытта совхоздың Атарша фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов