САБИТОВ Альберт Миҙхәт улы (18.10.1936, ТАССР‑ҙың Ҡарғалы а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1987). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Мәләүез р‑нының “Подлесный” к‑зы агрономы, 1962—63 йй. Саҡмағош р‑нының “Победа” һәм “Правда” к‑здарында өлкән агроном. 1966 й. алып БНИИСХ‑ның Шишмә тәж.‑производство хужалығында эшләй: 1976 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1986 й. — лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡарабойҙай селекцияһына һәм орлоҡсолоғона арналған. С. тарафынан ҡарабойҙайҙың Агидель, Дёмская, Илишевская, Инзерская, Чишминская, Уфимская сорттары сығарыла. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. С.А.Ҡунакбаев ис. пр. лауреаты (2001).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика