САБАНТУЙ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. О.А.Кравченко, Л.Н.Миронова, А.А.Реут (Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Mareschal Mac Mahon һәм Madame Leonie Calot сорттарын гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Ярым йәйенке, аҙ япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 80 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы уртаса оҙонлоҡта, йәшел төҫтә, ялтыр, өс тапҡыр өсәрле, аҫ яҡтан төкһөҙ. Сәскәһе (һаны 60‑ҡа тиклем) күсмә (япон) формалы, ябайҙан ҡатмарлы таж япраҡлыға тиклем, алһыу төҫтә, диам. 14 см тиклем. Еҫе уртаса. Сәскә һабы ныҡлы. Уртаса өлгөрә, июнь уртаһында сәскә ата (10—11 көн). Декоративлығы 91 балл. Емеше күп япраҡлы. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Вегетация осоро 155 көнгә тиклем. Ҡыуаҡ бүленеү юлы, үҫеш стимуляторҙары м‑н эшкәрткәндә йәшел һабаҡтары (үҫемлектәрҙең сәскәгә төймәләнеү фазаһында) м‑н үрсей. БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Л.Н.Миронова, А.А.Реут

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика