РЯБОВ Фёдор Андреевич [20.1. 1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Тартыш а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 5.2.1962, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып “Путь” к‑зында эшләй; 1937 й. башлап Бөрө р‑нындағы Иҫке Баҙан МТС‑ының трактор бригадаһы, 1958 й. — Ильич ис. к‑зы бригадиры. Р. бригадаһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: хужалыҡтарҙа арыштың уңдырышлылығы 22,1 ц/га тәшкил иткән (1947). БАССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

Әҙәб.: Фёдор Андреевич Рябов //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев