РЫБАКОВ Юрий Викторович (26.8. 1940, Иваново ҡ. — 12.10.2002, Белорет ҡ.), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Иваново химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: мастер, 1968—2002 йй. “Досуг” пр‑тиеһы (ҡара: Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы) директоры. “Дуҫлыҡ” бейеү ансамблен ойоштороусы һәм етәксеһе (1963, 1971 й. “халыҡ” исемен ала). 100‑ҙән ашыу күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрамдар, тамашалар һәм халыҡ ижады концерттары, ҡала көндәре сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша (Мәскәү, 1957). Респ. үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаты (Өфө, 1966, 1968). 1996 й. алып Белоретта йыл һайын Р. ис. Төбәк бейеү байрамы үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.