РУССКИХ Николай Андреевич (14.4.1920, Өфө — 16.5.1979, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1937; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов). Р. ижады жанрҙары б‑са төрлө. Рәсемдәренә аныҡ силуэт, контраст төҫтәрҙе яраштырыу хас. Пейзаждар серияһында Урал тәбиғәтенең дөйөмләштерелгән образдары күҙ алдына баҫа: “Ағиҙелдә боҙ китә” (1955), “Еҙем йылғаһы” (1959); моделдәр интерьерҙа йәки пейзаж фонында һүрәтләнгән портрет-картиналарында рәссам егәрле, көслө ихтыярлы, интеллектуаль шәхестең дәрәжәһен раҫлай: “Хирург Н.Г.Ғатауллин”, “Мария Краснорепова” (икеһе лә — 1967), “Г.Ф.Кипарисов” (1972). Р. натюрморттары тормошсан колорит һәм тәьҫирле композиция м‑н айырыла: “Ҡәнәфер менән натюрморт” (1966), “Бохара көршәктәре” (1967). Шулай уҡ графика, монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1949 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1970, 1975). Эштәре БДХМ‑да һаҡлана. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.