• Печать

“РУССКИЕ УЗОРЫ”, Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а. мәҙәниәт йортоноң урыҫ халыҡ йыры фольклор ансамбле. 1955 й. ойошторола, 1970 й. “халыҡ” исемен ала, 1999 й. алып А.М.Пискунова исемен йөрөтә. Репертуарында урыҫ халыҡ — “Во кузнице”, “За горою у колодца”, “Меж крутых бережков”; туй – “Летел голубь, летел сизый...”, “Отдавали молоду во чужую сторону”; рекрут “Между гор, между Карпатских”, “На опушке леса”, “Стучат машинные колёса” һ.б. йырҙар. Бөтә Союз фольклор конференцияһында (Ленинград, 1987), “Төньяҡ ынйыһы” Халыҡ‑ара фольклор фестивалендә (“Жемчужина Севера”; Архангельск ҡ., 1989) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Респ. үҙешмәкәр ижад байрамы (1970) һәм “Еңеү яҙы” (“Весна Победы”; 1994) халыҡ ижады фестивале, Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (1985; бөтәһе лә — Өфө), Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамы (Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а., 2000) лауреаты. Художество етәкселәре: Пискунова, А.И.Астраханцева.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов