“РУССКИЕ ЗВОНЫ”, Бәләбәй үҙәк мәҙәниәт һарайының урыҫ йыры хоры. 1980 й. ойошторола, 1986 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында В.Лаптевтың “Аҡҡош тураһында баллада” (“Баллада о лебеде”), А.Г.Дармастуктың “Тәүбә” (“Покаяние”), В.Клименко- ның “Православиелы Рәсәй” (“Православная Россия”), В.Калашниковтың “Эх, һин, яланҡай” (“Что ты, полюшко”); “Эх, һин, киң ялан” (“Ах, ты, степь широкая”), “Алһыу роза” (“Роза белорозовая”), “Далала дала” (“Степь да степь кругом”), “Ауыл буйлап” (“Шёл деревней”) һ.б. урыҫ халыҡ йырҙарының хор өсөн эшкәртмәләре. Рәсәй һәм Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй йыр һәм музыка (Пенза ҡ., 1996), халыҡ хорҙары һәм ансамблдәре (Смоленск ҡ., 1997) фестивалдәре, “Йөрәгем дә, йырым да һин, Рәсәй!” (“Ты, Россия, и сердце, и песня моя!”; Липецк ҡ., 1998; Гран-при), “Раштыуа йондоҙҙары” (“Рождественские звёзды”; Сочи ҡ., 2008) төбәк-ара халыҡ ижады фестивалдәре, Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамы (Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а., 2002; Гран-при), “Башҡортостан — Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”; 2005) респ. халыҡ ижады форумы, “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”, 2006; икеһе лә — Өфө) халыҡ ижады фестивале, “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”, Белорет ҡ., 2007) хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивале лауреаты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.В.Иванова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018