“РУС‑ГЕРМАН ҺУҒЫШЫ БӘЙЕТЕ”, “Г е р м а н һ у ғ ы ш ы б ә й е т е”, башҡ. бәйете. Тәүге тапҡыр шиғри тексы 1940 й. яҙып алына (яҙманың авторы һәм информаторы билдәһеҙ) һәм “Башҡорт халҡ ижады” (1954) китабында баҫтырыла. Бәйеттең көйө һаҡланмаған. Беренсе донъя һуғышына бәйле ижад ителгән. Һалдат монологы формаһында яҙылған текста Николай II ҡарғыш һүҙҙәре яңғырай, аслыҡ, тотҡон һәм үлем кисергән һалдаттарҙың фажиғәле яҙмышы, һуғыштағы ваҡиғалар хикәйәләнә.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.11. Баиты. Уфа, 2004; Г а л и н а Г.С. Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика. Уфа, 2006.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018