РУДОЛЬФ НУРЕЕВ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Л.Н.Миронова, Л.Ә.Төхвәтуллина, А.А.Реут тарафынан (Ботаника баҡса‑институты) Appassionata сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Ярым йәйенке, аҙ япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 75 см тиклем. Һабағы йыуан, антоциан төҫөндә. Япрағы оҙон, йәшел төҫтә, ялтыр, өс тапҡыр өсәрле, аҫ яҡтан төкһөҙ. Сәскәһе (40‑ҡа тиклем) ҡатмарлы таж япраҡлы шар формаһында, алһыу төҫтә, диам. 17 см тиклем. Еҫе уртаса. Сәскә һабы уртаса ныҡлыҡта. Июнь аҙағында сәскә ата (12—13 көн). Декоративлығы 94 балл. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Вегетация осоро — 165 көнгә тиклем. Ҡыуаҡ бүленеү юлы, үҫеш стимуляторҙары м‑н эшкәрткәндә — һабаҡтары (үҫемлектәрҙең сәскәгә төймәләнеү фазаһында) м‑н үрсей. БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Л.Н.Миронова, А.А.Реут

Тәрж. Г.А.Миһранова