РУДНЕВ Николай Васильевич [24.2.1915, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Троицкий а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 28.5.1993, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1956). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1939). 1933—35 йй. Ҡырмыҫҡалы МТС‑ы агрономы, өлкән агрономы, 1939—40 йй. Баҡалы район ер бүлегенең баш агрономы, 1947 й. алып БАССР‑ҙың А.х. министрлығының иген һәм май биреүсе культуралар бүлеге нач., 1948 й. — Дыуан а.х. техникумы директоры. 1960 й. башлап БНИИСХ‑ла: бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1961 й. алып Шишмә тәж. баҫыуы дир., 1978 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р; 1983—91 йй. БНИПТИЖиК‑ла (1986 й. тиклем һәм 1989 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге мал аҙығы культуралары селекцияһына, орлоҡсолоғона һәм үҫтереү агротехникаһына арналған. Р. тарафынан люцерна (Чишминская 131), ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә (Чишминский, Чишминский 3, Юбилейный, Ялан), йылҡы борсағы (Песчаный 22) сорттары сығарылған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Новый высокоурожайный сорт костра безостого //Пути повышения урожайности сельскохозяйственных культур. Уфа, 1979 (авторҙ.); Приёмы повышения семенной продуктивности многолетних трав в Предуральской степи //Селекция, семеноводство и сортовая агротехника в Башкирии: (сб. науч. тр.). Уфа, 1984 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев