РУДАВСКИЙ Павел Павлович (1859—1919), архитектор. Граждандар инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1885) Пермь губ. Чердын өйәҙ земствоһы, 1891 й. алып Архангельск ҡ. төҙөлөш бүлеге инженеры, 1906 й. — Өфө губ. төҙөлөш бүлеге, 1911 й. — Харьков ҡ. губ. инженеры. Өфөлә Р. проекттары б‑са Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы (1898) һәм Аксаков халыҡ йорто биналары төҙөлә (1912 й. тиклем К.А.Гуськов м‑н берлектә төҙөлөшкә етәкс. итә). Архангельск, Ҡазан, Соликамск, Харьков, Чердын ҡҡ. гражданлыҡ биналары һәм инженер ҡоролмалары проекттары авторы. Әҙәб.: Павлова Э.В. мәҡ. ҡарағыҙ.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

РУДЕНКООлег Александрович (6.6. 1966, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг бса Рәсәйҙең халыҡара класлы спорт мастеры (1998). ӨАИны (1988), Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). “Батыр” (ауыр атлетика бса тренеры Л.Н.Копнин), “Геракл” (пауэрлифтинг бса тренеры С.В.Горшков) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1998), С.Петербург кубогына халыҡара турнир еңеүсеһе (1997). 2003—05 йй. 15се СДЮШОРҙа тренеруҡытыусы. Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.