“РОЩИНСКИЙ” совхозы, ДУАХП. БР‑ҙың ҙур агросәнәғәт берекмәһе. Стәрлетамаҡ р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Рощинский ауылы. “Р.” составына сусҡаларҙы үрсетеү б‑са тоҡомсолоҡ фермаһы (дюрок, йоркшир, эре аҡ тоҡом), һимертеү б‑са сәнәғәт зонаһы, 9 һөтсөлөк фермаһы, ит эшкәртеү, иген эшкәртеү һәм һаҡлау производстволары, йылҡысылыҡ фермаһы, теплица хужалығы һ.б. инә. Фирма магазиндары селтәре, икмәкхана, мәҙәниәт йорто һ.б. бар. 2008 й. 1740 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 37500 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 29500 га. Иген культураларының уңдырышлылығы — 25,4 ц/га, иген етештереү — 49600 т. Сусҡа һаны — 51600, һыйыр малы — 5770 (ш. иҫ. һыйыр — 1700), йылҡы — 350; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 6052 кг, йәш сусҡаларҙың уртаса тәүлек артымы — 683 г, һыйыр малының — 697 г; етештереү (т): һөт — 5423, ит — 7761,3. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1979 й. “Свинопром” Башҡ‑н тресы эргәһендә “Спартак” сусҡасылыҡ комплексы булараҡ ойошторола, 1980 й. алып “Р.” с‑зы, 1995 й. — “Р.” дәүләт а.х. пр‑тиеһы, 1997 й. — “Башхлебоптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2000 й. хәҙ. статусын ала. “Р.” продукцияһы Мәскәүҙә, Өфөлә халыҡ‑ара һәм Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәләренең алтын, көмөш, бронза миҙалдары һәм дипломдары м‑н билдәләнгән (2004—08). “Р.” —“Рәсәйҙең иң яҡшы 1000 предприятиеһы” конкурсы еңеүсеһе (2006, 2007), “АгроФерма 2007”, “Алтын көҙ” (2008; бөтәһе лә — Мәскәү) күргәҙмәләрендә алтын миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.