“РОССИЯНОЧКА”, Ҡала мәҙәниәт һарайының (Благовещен ҡ.) урыҫ йыры ансамбле. 1985 й. ойошторола, 1994 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында урыҫ халыҡ — “Йылға янында, күпер янында” (“Возле речки, возле моста”), “Яланда томан” (“Во поле туман”), “Аҡҡошҡай“ (“Лебёдушка”), “Йәш канарейка” (“Молодая канарейка”), “Йылға аръяғында, сағыл артында” (“Там за речкой, там за косогором”); хәрби-патриотик — В.С.Левашовтың “Далалар” (“Степи”), В.Калашниковтың “Эх, һин, яланҡай” (“Что ты, полюшко”), лирик‑драматик Е.Радыгиндың “Йондоҙҡай болотҡа ҡағылды” (“Звёздочка тучку задела”), Н.В.Кутузовтың “Урыҫ ҡышы” (“Русская зима”) һ.б. йырҙары. “Еңеү салюты” (“Салют Победы”; 2000), “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”, 2003; икеһе лә — Өфө) респ. халыҡ ижады, “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”; Белорет ҡ., 2001; 2004, Гран-при) хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивалдәре, Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамы (Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а., 2002; Гран-при) лауреаты; “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) респ. халыҡ ижады фестивале, “Тыуған төйәгем” (“Край ты мой родной”) урыҫ йыры байрамы (икеһе лә — Өфө, 1995) дипломанты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре А.С.Кузнецова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов