АТАМКҮЛ, Тауышлы, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Тарҡаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Абдулла т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 19 км алыҫлыҡта Тауышлы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 384 кеше; 1920 — 433; 1939 — 449; 1959 — 345; 1989 — 145; 2002 — 137; 2010 — 104 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1795—1800 йй. Бәләбәй өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1965 й. 18 йортта 135 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов