“РОССИЯ”, АХПК. Благовар р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Пришиб ауылы. Составына 4 комплекслы бригада, йылҡ‑ҡ, сусҡ‑ҡ һәм 4 һөтсөлөк фермаһы, умарталыҡ һ.б. инә. 2007 й. 292 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 10999 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 7372 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 24, кукуруз (йәшел масса) — 180, көнбағыш (орлоҡ) — 9,3, шәкәр сөгөлдөрө — 160; етештерелгән (т): иген — 7823, шәкәр сөгөлдөрө — 1600. Һыйыр малы һаны — 2784 баш (ш. иҫ. 800 һыйыр), йылҡы — 192; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3644 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 391 г; етештерелгән (т): һөт — 2915, ит — 291. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1930 й. Р.Люксембург ис. к‑з булараҡ ойошторола, 1959 й. алып “Р.” к‑зы, 1992 й. — АЙ, 1996 й. — к‑з (АХПК), 2006 й. хәҙ. статусын ала. Хужалыҡ м‑н П.С.Моор эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018