РОДИОНОВ Геннадий Степанович (14.12.1949, Өфө), йырсы (бас). РФ‑тың атҡ. (2010), БАССР‑ҙың халыҡ (1990) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1971), ӨДСИ‑не (1976; икеһе лә — Б.Н.Вәлиева класы) тамамлаған. 1970 й. Башҡ. хор капеллаһы артисы, 1971—73 йй. “Юбилейный” мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Поиск” вокаль ансамбле етәксеһе, 1976— 92 йй. һәм 2003 й. алып БДОБТ, 1992—2003 йй. Майнинген ҡ. опера театры (Германия) солисы. Бай тембрлы көслө тауышҡа, сағыу сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә; башҡарыу сәнғәте артист оҫталығы һәм музыкаллеге м‑н айырылып тора. Урыҫ [Кончак (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин; дебют, 1976), Гремин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Салтан батша (“Салтан батша тураһында әкиәт” — “Сказка о царе Салтане”, Н.А.Римский‑Корсаков)] һәм сит ил [Мефистофель (“Фауст”, Ш.Гуно), Зарастро (“Тылсымлы флейта” — “Волшебная флейта”, В.А.Моцарт), Король Марк (“Тристан һәм Изольда” — “Тристан и Изольда”, Р.Вагнер)] операларында 40‑тан ашыу образ ижад итә. Концерт репертуарында совет комп. Е.П.Крылатов, А.Н.Пахмутова, Е.Н.Птичкин, М.Г.Фрадкин һ.б. йырҙары, боронғо урыҫ халыҡ йырҙары һәм романстары. СССР‑ҙың халыҡ артистары Е.Т.Райков, А.Б.Соловьяненко һ.б. м‑н сығыш яһай. Рәсәйҙең Ҙур театры, СССР‑ҙың Үҙәк телевидениеһы һәм радио тапшырыуҙарының Эстрада‑симфоник оркестры, Н.П.Осипов ис. Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Мариин театры (С.‑Петербург), Екатеринбург опера һәм балет театры һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Мәскәүҙә БР көндәрендә ҡатнаша (2007). Рәсәй һәм сит илдәр (Австралия, Бразилия, Голландия, Финляндия, Швейцария һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. “Сочи—82” Бөтә Союз совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, “Тормош буйлап йыр менән” (“С песней по жизни”; Мәскәү, 1984) телевизион конкурсы, “Varadero” Халыҡ‑ара эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Варадеро ҡ., Куба; 1984), Ғ.Сәләм ис. пр. (1984) лауреаты.

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.