РОБИН Анна Николаевна (1.11. 1891—?), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1944) артисы. Бәләкәй театр эргәһендәге драма курстарын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1919) Һарытау драма театры актрисаһы. Шулай уҡ Архангельск, Киев, Краснодар, Харьков һ.б. ҡалаларҙың театрҙарында эшләгән. 1933—59 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актрисаһы. Р. тыуҙырған образдарҙың бай эстәлеге сағыу алымдарҙа асыла. А.Н.Островский пьесалары б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә урыҫ халыҡ характерын ышандырғыс итеп кәүҙәләндерә: Мигачёва (“Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” — “Не было ни гроша, да вдруг алтын”), Домна Пантелевна (“Таланттар һәм табыныусылар” — “Таланты и поклонники”), Чебоксарова (“Ҡоторған аҡсалар” — “Бешеные деньги”) һ.б. Марья (“Любовь Яровая”, К.А.Тренёв), Екатерина Лагутина (“Үҙ балаларының әсәһе” — “Мать своих детей”, А.Н. Афиногенов), Вера Александровна (“Яңғыҙ” — “Одна”, С.И.Алёшин) образдары ихлас хистәр, мөләйемлелек, Марья Тарасовна образы (“Платон Кречет”, А.Е.Корнейчук) психологик нескºлек м‑н айырылып тора.

Әҙәб.: В о л к о в ‑ К р и в у ш а С.В. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа. 1959.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018