“РИТМЫ ВРЕМЕНИ”, Октябрьский ҡ. мәҙәниәт һарайының эстрада бейеүе ансамбле. 1973 й. ойошторола, 1977 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында румба, ча‑ча‑ча, самба, “Башҡорт балы” (“Башкирский мёд”), “Алтын ҡурай” (“Золотой курай”), “Талдар” (“Ивушки”), “Кадриль”, “Беҙ палубала” (“Мы на палубе”), “Урыҫ аҫылташтары” (“Русские самоцветы”) хореографик композициялары һ.б. Рәсәй, Болгария, Германия буйлап гастролдәрҙә була. Респ. халыҡ ижады (1985), “Еңеү__ яҙы” (“Весна Победы”, 1994), “Башҡортостан ынйыһы” (“Жемчужина Башкортостана”, 1996; бөтәһе лә — Өфө), “Йәйғор” (“Радуга”; Октябрьский, 1996) балалар ижады, “Һаумы, 21 быуат” (“Здравствуй, 21 век”; Нефтекама ҡ., 2001) халыҡ ижады фестивалдәре, Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1987), “Бәхет ҡошо” (“Жар‑птица”; Иваново ҡ., 1997) Бөтә Рәсәй балалар художестволы ижады конкурсы, “Славян каникулдары” (“Славянские каникулы”; Варна ҡ., Болгария, 2001) Халыҡ-ара фестивале лауреаты; Бөтә Союз хеҙмәтсәндәрҙең үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивале (Мәскәү), Респ. йыр, музыка һәм бейеү байрамы (Өфө; икеһе лә — 1976) дипломанты һ.б. Ойоштороусыһы, художество етәксеһе һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусыһы — БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.М.Петрова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Текст на русском языке