АТАМАНОВКА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Кирҙә а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 85 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 136 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 627 кеше; 1989 — 274; 2002 — 141; 2010 — 104 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1956 й. Байҡыбаш районында һыуһаҡлағыс төҙөгәндә һыу баҫыу зонаһына эләккән ш. уҡ р‑ндың Йәлдәк, Байрашка һәм Атамановка аа. (һуңғыһының барлыҡҡа килеүе Йәлдәк ҡәлғәһенең казак йөҙ башы эшмәкәрлегенә бәйле; 1865 й. Атаман Туғайы тип йөрөтөлгән, 13 йортта 86 кеше йәшәгән, һыу тирмәне булған) кешеләре нигеҙ һала.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков