РӘХМӘТУЛЛИНА Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (19.8.1964, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Аҡкүҙ а.), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2015). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). Башлыса пейзаждар һәм акварель техникаһында тематик композициялар ижад итә, уларҙа тәбиғәт образдарын тамға‑символдар аша кәүҙәләндерә (“Зәңгәр һауыт”, 2001; “Күк йөҙө төҫтәре”, 2005); кешеләр, тауҙар һәм ағастар ысынбарлыҡҡа тап килә һәм бер үк ваҡытта һиҙелер‑һиҙелмәҫ кенә күренә; колоритта шартлылыҡҡа ынтылыш күҙәтелә, ә төҫтәрҙең ярашлығы аныҡ ритмға ҡоролған. Әҫәрҙәре — йыш ҡына тынлыҡ, яңғыҙлыҡ, уйланыу хистәрен (“Хамар‑Дабан серҙәре”, 1996; “Байкал һырты аша”, 2002; “Күккә төбәлгәндәр” диптихы, 2004); портреттары кешенең нескә тойғоларын (“Десяткиндың ҡарашы”, 1990) сағылдыра. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1986 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1989, 1993, 1996—98, 2004, 2005, 2007, 2009, 2015), Мәскәү (1996, 2000, 2002), Нефтекама (2001) ҡалалары. Эштәре БДХМ, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Ҡурған өлкә художество музейы, Ирбит дәүләт һынлы сәнғәт музейы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Йыл аквареле” (“Акварель года”) Халыҡ‑ара конкурсы (Мәскәү, 2005) лауреаты, “Арт‑Мост‑Акварель” Халыҡ‑ара конкурсы (С.‑Петербург, 2013) дипломанты. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (1996).

Әҙәб.: Лейсан Рахматуллина. Акварель: альбом. Уфа, 2003.

Э.В.Хәсәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018