РӘХМӘТУЛЛИНА Йыһания Ғиндулла ҡыҙы [8.3.1936, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Әхмәт а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны)], йырсы (лирик‑драматик сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1976). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1971). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1965; Л.Ф.Дроздова класы) 1994 й. тиклем БДОБТ солисы. Матур тембрлы һәм киң диапазонлы, юғары регистрҙа еңел яңғыраған тауышҡа эйә. Төп партиялары: Чио‑Чио‑сан (Дж. Пуччиниҙың ш. уҡ исемле операһы), Аида (Дж.Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы), Маргарита (“Фауст”, Ш.Гуно), Татьяна (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Ярославна (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин). Башҡ. операларында ла Р. йылы хистәр м‑н һуғарылған эскерһеҙ образдар ижад итә: Шәүрә (З.Ғ.Исмәғилевтең ш. уҡ исемле операһы; дебют, 1965), Әминә (“Салауат Юлаев”), Гөлзифа (“Ағиҙел тулҡындары”), Гөлсөм (“Замандаштар”) һ.б. Гөлсөм партияһын (Ш.З.Ҡолбарисовтың “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” опереттаһы) тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында урыҫ классик романстары, башҡ. һәм урыҫ халыҡ йырҙары. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.