РӘХМӘТУЛЛИНШамил Рахман улы (1.9.1930, Томск өлк. Пашня а. — 22.4.2001, Өфө), актёр. РСФСРҙың (1991), БАССРҙың (1976), ТРҙың (2000) халыҡ артисы; РСФСРҙың (1979) һәм БАССРҙың (1966) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1961), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡ. театрхудожество учщеһын (1952; Х.Бохарский курсы), ГИТИСты (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) тамамлаған. 1952—54 йй. Ауырғазы колхозсовхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), 1959 й. алып БАДТ актёры. Сағыу комик актёр. Р. сәнғәтендә башҡ. сәхнәһенең фольклор сығанаҡтары һәм урыҫ классик комедия театры традициялары берләшә: Хужа Насретдин (Н.Иҫәнбәттең ш. уҡ исемле пьесаһы), Низами (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Әбләй Әүәлбаев (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин) һ.б. Диуана (“Ай тотолған төндә”), Ярлыҡапов (“Йырланмаған йыр”), Гермес (“Ташлама утты, Прометей!”; бөтәһе лә — М.Кәрим) образдарында комедиянан сатираға, трагедиянан трагифарсҡа, трагикомедияға күсә. Байтаҡ радио һәм телеспектаклдәрҙә уйнай; к/ф төшә (“Ауыл өөндә йәйғор”; “Башҡортостан” к/ст, 2001). Башҡорт драма театрында И.Ғ.Юзиевтең Һандуғастар килгән беҙгә” (1974), К.Мәргәндең “Шомбай” (1975), Абдуллиндың “Көҙгө романс” (1988) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. “Алмағастар сәскә атҡанда”, “Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр...”, “Уйындан — уймаҡһ.б. пьесалар; хикәйәләр, шиғырҙар, фельетондар, юморескалар авторы. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

РӘХМӘТУЛЛИНШамил Рахман улы (1.9.1930, Томск өлк. Пашня а. — 22.4.2001, Өфө), актёр. РСФСРҙың (1991), БАССРҙың (1976), ТРҙың (2000) халыҡ артисы; РСФСРҙың (1979) һәм БАССРҙың (1966) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1961), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡ. театрхудожество учщеһын (1952; Х.Бохарский курсы), ГИТИСты (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) тамамлаған. 1952—54 йй. Ауырғазы колхозсовхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), 1959 й. алып БАДТ актёры. Сағыу комик актёр. Р. сәнғәтендә башҡ. сәхнәһенең фольклор сығанаҡтары һәм урыҫ классик комедия театры традициялары берләшә: Хужа Насретдин (Н.Иҫәнбәттең ш. уҡ исемле пьесаһы), Низами (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Әбләй Әүәлбаев (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин) һ.б. Диуана (“Ай тотолған төндә”), Ярлыҡапов (“Йырланмаған йыр”), Гермес (“Ташлама утты, Прометей!”; бөтәһе лә — М.Кәрим) образдарында комедиянан сатираға, трагедиянан трагифарсҡа, трагикомедияға күсә. Байтаҡ радио һәм телеспектаклдәрҙә уйнай; к/ф төшә (“Ауыл өөндә йәйғор”; “Башҡортостан” к/ст, 2001). Башҡорт драма театрында И.Ғ.Юзиевтең Һандуғастар килгән беҙгә” (1974), К.Мәргәндең “Шомбай” (1975), Абдуллиндың “Көҙгө романс” (1988) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. “Алмағастар сәскә атҡанда”, “Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр...”, “Уйындан — уймаҡһ.б. пьесалар; хикәйәләр, шиғырҙар, фельетондар, юморескалар авторы. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Һ.С.Сәйетов Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.