РӘХМӘТУЛЛИН Мөхәмәт Абдрахман улы [13.3.1915, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Салауат а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 1972, Өфө], ҡурайсы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1939) БАДТ, 1955— 72 йй. Башҡ. филармонияһы ҡурайсыһы. Р. сәнғәтенә юғары аккомпаниаторлыҡ оҫталығы хас була, башҡарыу манераһы йомшаҡлығы һәм нескәлеге м‑н айырыла. Р е п е р т у а р ы н д а башҡ. халыҡ йырҙары, инструменталь көйҙәр һәм марштар, ш. иҫ. “Абдрахман кантон”, “Бикә”, “Дим буйы бүртә ат”, “Кәкүк”, “Ҡарасәс”, “Томбойоҡло тәрән күл”, “Циолковский” (ҡара: “Аҡмәсет”). 2008 й. Әбйәлил р‑нында Р. ис. призға йыл һайын үткәрелгән йәш ҡурайсылар конкурсы булдырылған.

Әҙәб.: Ғ ә й н е т д и н о в Ю.И. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө, 2011.

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.