РӘХИМОВАВенера Тимерхан ҡыҙы (10.6.1946, Үзбәк ССРы Ҡарадаръя а.), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БАССРҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1977) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1975). Т.Т.Рәхимовтың апаһы. Респ. мәҙәниағартыу учщеһын тамамлағандан һуң (Стәрлетамаҡҡ., 1967; Ғ.Х.Хәбибуллин курсы) Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1986—90 йй. ҠабарҙыБалҡар ҡурсаҡ театры (Нальчик), 1991—94 йй. Мәскәүҙең “Тыл сымлы лампа” (“Волшебная лампа”) балалар китабы театры актрисаһы. Р. сәнғәте жанрҙарҙың киң диапазонлы, хистойғолар, интонацияларҙың бай, ҡурсаҡты уйнатыу техникаһының камил булыуы мн айырылып тора: Лали (“Чинчрака”, Г.Д.Нахуцришвили), Агазия (“Ташлама утты, Прометей!”, М.Кәрим), Бәләкәй принц (А.Б.Барановтың “Сүллек күгендәге йондоҙҙар” — “Звёзды над пустыней”, А. де СентЭкзюпериҙыңәҫәре бса). Һоҡланғыс ҡатынҡыҙ: Тылсымсы (“Алтын малай” — “Золотой мальчик”, Е.Патрик; дебют, 1967), Ева (“Илаһи комедия” — “Божественная комедия”, И.В.Шток), Дишперанда (“Ен тирмәне” — “Чёртова мельница”, Шток, Я.Дрда); бер ҡатлы, шуҡ геройҙар: Буратино [“Буратино мажаралары” — “Приключения Буратино”, Л.Нечаева һәм И.Веткина, А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”) әкиәте бса], Пятачок (“Винни Пух һәм бөтәһе, бөтәһе, бөтәһе лә...” — “ВинниПух и все, все, все...”, А.Милн) образдарын ижад итә. Кеше күңелендә тыуа торған әрнеткес тойғоларҙы асып һалған Малай [С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы бса Барановтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы] һәм Ғәлимә (М.Ғафуриҙың Ҡара йөҙҙәр” повесы бса Барановтың ш. уҡ исемле пьесаһы) образдары совет ҡурсаҡ театры тарихында ҙур урын ала. “Белмәҫйән Айҙа” (“Незнайка на Луне”) мультфильмында Белмәҫйән тауышы мн һөйләй, Үҙәк ТВла балалар өсөн тапшырыуҙарҙа байтаҡ ролдәр башҡара. Бөтә Союз СССР халыҡтары милли драматургияһы фестивале дипломанты (Горький ҡ., 1978). БАССРҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1984).

Әҙәб.: С а м и г у л л и н а Р. От Петрушки к Прометею. Уфа, 1993.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

РӘХИМОВАВенера Тимерхан ҡыҙы (10.6.1946, Үзбәк ССРы Ҡарадаръя а.), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БАССРҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1977) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1975). Т.Т.Рәхимовтың апаһы. Респ. мәҙәниағартыу учщеһын тамамлағандан һуң (Стәрлетамаҡҡ., 1967; Ғ.Х.Хәбибуллин курсы) Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1986—90 йй. ҠабарҙыБалҡар ҡурсаҡ театры (Нальчик), 1991—94 йй. Мәскәүҙең “Тыл сымлы лампа” (“Волшебная лампа”) балалар китабы театры актрисаһы. Р. сәнғәте жанрҙарҙың киң диапазонлы, хистойғолар, интонацияларҙың бай, ҡурсаҡты уйнатыу техникаһының камил булыуы мн айырылып тора: Лали (“Чинчрака”, Г.Д.Нахуцришвили), Агазия (“Ташлама утты, Прометей!”, М.Кәрим), Бәләкәй принц (А.Б.Барановтың “Сүллек күгендәге йондоҙҙар” — “Звёзды над пустыней”, А. де СентЭкзюпериҙыңәҫәре бса). Һоҡланғыс ҡатынҡыҙ: Тылсымсы (“Алтын малай” — “Золотой мальчик”, Е.Патрик; дебют, 1967), Ева (“Илаһи комедия” — “Божественная комедия”, И.В.Шток), Дишперанда (“Ен тирмәне” — “Чёртова мельница”, Шток, Я.Дрда); бер ҡатлы, шуҡ геройҙар: Буратино [“Буратино мажаралары” — “Приключения Буратино”, Л.Нечаева һәм И.Веткина, А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”) әкиәте бса], Пятачок (“Винни Пух һәм бөтәһе, бөтәһе, бөтәһе лә...” — “ВинниПух и все, все, все...”, А.Милн) образдарын ижад итә. Кеше күңелендә тыуа торған әрнеткес тойғоларҙы асып һалған Малай [С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы бса Барановтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы] һәм Ғәлимә (М.Ғафуриҙың Ҡара йөҙҙәр” повесы бса Барановтың ш. уҡ исемле пьесаһы) образдары совет ҡурсаҡ театры тарихында ҙур урын ала. “Белмәҫйән Айҙа” (“Незнайка на Луне”) мультфильмында Белмәҫйән тауышы мн һөйләй, Үҙәк ТВла балалар өсөн тапшырыуҙарҙа байтаҡ ролдәр башҡара. Бөтә Союз СССР халыҡтары милли драматургияһы фестивале дипломанты (Горький ҡ., 1978). БАССРҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1984). Әҙәб.: С а м и г у л л и н а Р. От Петрушки к Прометею. Уфа, 1993. Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.