РӘХИМОВ Таһир Тимерхан улы (25.9.1953, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а.), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2007). В.Т.Рәхимованың ҡустыһы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1993; П.Н.Фоменко курсы). 1971—72 йй., 1974—76 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1993 й. алып Мәскәүҙең “П.Фоменко оҫтаханаһы” театры актёры. Үҙенсәлекле актёр. Р. темперамент, импровизация оҫталығы хас. Төп ролдәре: Чугунов (“Бүреләр һәм һарыҡтар” — “Волки и овцы”, А.Н.Островский), Редозубов (“Вәхшиҙәр” — “Варвары”, М.Горький), Кулыгин (“Апалы‑һеңлеле өсәү” — “Три сестры”, А.П.Чехов), Полковник, Постаногов, Мастер (“Бик бәхетле бер ауыл” — “Одна абсолютно счастливая деревня”, Б.Б.Вахтиндың ш. уҡ исемле повесы б‑са). Р. Джейсон роле иң күренекле эштәренең береһе була (“Ғауға һәм ярһыу” — “Шум и ярость”, У.Фолкнерҙың ш. уҡ исемле романы б‑са), бында ул кире образды көслө хистәр м‑н ышандырғыс итеп кәүҙәләндерә. Кино һәм т/ф ролдәре: Кулегенов (“Штрафбат”; 2004, “МакДос” кинокомпанияһы, “Эталонфильм” к/ст), Гуров (“Әсир” — “Пленный”; 2008); ш. уҡ “Прогулка” (“Ял итеү” 2003; икеһе лә — “РОК” ижади‑производство берекмәһе), “Афған боролмалары” (“Афганский излом”, 1991; “Ленфильм”, “Ладога”, “Русское видео” к/ст), “Аэропорт” (2005; “Новый Русский сериал” кинокомпанияһы, “Студия 217 АРК” ААЙ) һ.б. фильмдарҙа төшә. “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”) театр пр. лауреаты (2004).

Әҙәб.: Н и к и ф о р о в а В. Поэтому им не прощают и сотой доли штампа //Театральная жизнь. 1995. №2; Я к у б о в а Н. А ещё? Актёры “Мастерской Петра Фоменко”: десять портретов на фоне театра //Шунда уҡ. 1997. №1.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018