РӘХИМОВ Ришат Рәшит улы (24.10. 1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.), ҡурайсы, педагог. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1998). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1977; Ғ.З.Сөләймәнов класы), БДУ‑ны (1990), ӨДСИ‑не (1994; А.М.Ҡобағошов класы) тамамлаған. 1976—2014 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1992—2013 йй. башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге мөдире), бер үк ваҡытта 1994— 2005 йй. — ӨДСА‑ла, 2014 й. алып 7‑се музыка мәктәбендә (Өфө) уҡыта. Башҡортостандың Урал аръяғы ҡурайсыларының традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында “Ғилмияза”, “Сибай”, “Таштуғай”, “Урал” башҡ. халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, “Аҡ яурын сал бөркөт”, “Йәйәүле Мәхмүт”, “Перовский”, “Сыңрау торна” инструменталь көйҙәр һ.б. Ҡурай өсөн 50‑нән ашыу этюд, 20‑нән ашыу йыр (В.Х.Илембәтов шиғырына “Миләүшәләр” һ.б.) һәм көй (“Шаһиҙә”, “Хажиморат” һ.б.), ҡурай һәм ҡурайсылар ансамбле өсөн башҡ. халыҡ көйҙәре эшкәртмәләре авторы. “Башҡортостан— Галле” дуҫлыҡ аҙналыҡтарында (ГДР, 1977, 1979, 1982, 1984), Мәскәүҙә Олимпия уйындарының (1980) мәҙәни программаһында, Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976), Яҡут АССР‑ында (1978), ТАССР‑ҙа (1989) үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Мәскәү—Дрезден— Рим—Флоренция—Венеция—Варшава маршруты б‑са “ЮНЕСКО‑ның донъя мәҙәниәте ҡаҙанышы. Цивилизациялар диалогы” (2002) экспедицияһында һ.б. ҡатнаша. Рәсәй, Германия буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Р.М.Ғәйзуллин, И.Ҡ.Илбәков, А.Д.Рәхмәтуллин. Сәнғәт училищеһын башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын, Аграр университеттың “Азамат” ҡурайсылар ансамблен ойоштороусы. Уҡытыу‑методик хеҙмәттәр авторы; музыка мәктәптәре, училищелары өсөн думбыра, ҡурай кластары б‑са уҡытыу программаларын эшләүҙә ҡатнаша. 300‑ҙән ашыу муз. фольклор әҫәрен яҙып алған, ш. иҫ. 50‑нән ашыуын нотаға һалған. “Дуҫлыҡ йыры” Халыҡ‑ара башҡ. һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале лауреаты (Нефтекама ҡ., 1997).

Х е ҙ м.: Ҡурай: уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, 1999; Ҡурай. Музыка мәктәптәренең һәм училищеларының ҡурай класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, 2011; Сәнғәтебеҙ күгендәге яҡты йондоҙҙар (Ғата Сөләймәнов тыуыуына 100 йыл)=Созвездие талантов (100 лет со дня рождения Гаты Сулейманова). Өфө, 2012 (авторҙ.).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018