РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы (20.4. 1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рәжәп а.), музыка белгесе‑фольклорсы, педагог‑методист, баянсы. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2006). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1967; Ф.М.Сиражетдинов класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1972; А.Н.Гусь класы) тамамлаған. 1971—95 йй. һәм 2007 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта, 1995 й. — Ф.Камаев ис. 2‑се сәнғәт мәктәбе дир., 2003—07 йй. 2‑се Өфө пед. колледжында, бер үк ваҡытта БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре инструменталь халыҡ музыкаһына, башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары тарихына арналған. 1983—2006 йй. фольклор экспедицияларында Р. тарафынан БР халыҡтарының 1,5 меңдән ашыу инструменталь көйө яҙып алына, 500‑ҙән ашыу башҡ. халыҡ көйө нотаға һалына. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, урта һәм юғары музыка уҡыу йорттарында башҡ. халыҡ музыкаһын өйрәнеү б‑са уҡытыу‑методик әсбаптар һәм программалар (ҡара: Музыка белеме биреү), башҡ. халыҡ музыкаһы эшкәртмәләренең хрестоматиялары һәм йыйынтыҡтары авторы. Сәнғәт институты, Музыка мәктәбе № 1, Педагогия колледжы № 2 башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәренең ойоштороусыһы һәм етәксеһе. Уҡыусылары араһында Й.Ә.Моратов, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.А.Жирнов һәм Саха Респ. — К.А.Герасимов.

Х е ҙ м.: Фактура башкирской инструментальной монодии: фольклорное исследование. Уфа, 2001; Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование. Уфа, 2006; Тептяри села Резяпово: рукопись отца. Тетр. 1. Уфа, 2013.

Р.Ғ.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова