РӘХИМОВ Камил Йосоп улы (25.8. 1900, Севастополь ҡ. — 25.2.1978, Өфө), комп., фольклорсы, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Композиторҙар союзы ағзаһы (1943). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1929) Башҡ. драма театрының музыка бүлеге мөдире, 1930—38 йй., 1945—47 йй. БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑тының муз. мөхәррире. 1938 й. репрессиялана, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. һөргөндә була. 1943— 45 йй. Өфө гарнизоны оркестры музыканты, 1948— 53 йй. БАССР Композиторҙар союзының яуаплы секретары, бер үк ваҡытта 1947—57 йй. БАССР МС‑ы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡ эргәһендәге фольклор кабинетында эшләй. 1977 й. аҡлана. Башҡ. проф. музыкаһына һәм муз. фольклористикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Р. сәнғәтенә жанрҙар һәм темалар төрлөлөгө, милли муз. телдең интонацияларын һәм ритмдарын үҙенсәлекле сағылдырыу хас. Әҫәрҙәре араһында тынлы оркестр өсөн “Башҡортостандың ун йыллығына” (“К десятилетию Башкирии”; 1928) маршы, Башҡ. темаларына фантазия (1935), “Лирик пьеса” (“Лирическая пьеса”; 1945), Скерцо (1968; бөтәһе лә — халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн), симфоник оркестр өсөн ике концерт вальсы (1956), баянсылар ансамбле өсөн бейеү сюиталары һ.б. Вокаль музыка әҫәрҙәре лиризм һәм моңлолоҡ, бай һүрәтләү саралары м‑н айырыла: М.Сөндөклө шиғырҙарына “Йәй” кантатаһы (1955) һәм “Дуҫлыҡ тураһында кантата” (1957; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыуға арналған), башҡ. һәм татар шағирҙары шиғырҙарына 150‑нән ашыу йыр һәм романс. Балалар музыкаһы әҫәрҙәре араһында — инструменталь пьесалар, йырҙар, хор әҫәрҙәре. Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Лопе де Веганың “Һарыҡ шишмәһе” (“Овечий источник”; икеһе лә — 1930), А.С.Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; 1934) поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле спектаклдәренә музыка; башҡ. халыҡ инструменталь көйҙәре һәм йырҙары “Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Ҡара юрға”, “Салауат”, “Һандуғас”, ш. уҡ Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бейеү номерҙары өсөн “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа” һ.б. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре авторы. Башҡортостан (1945—49) һ.б. өлкәләр (1960—70) буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнашҡан. 400‑гә яҡын башҡ., сыуаш, татар, урыҫ халыҡ йырын яҙып алған һәм нотаға һалған, уларҙың ҡайһы берҙәре “Башҡорт һәм татар йырҙары” (“Башкирскиеи татарские песни”; “Йыйынтыҡ № 1” булараҡ билдәле; төҙөүсеһе Ғ.Х.Йәнекәев; ӨДСА‑ла һаҡлана; бер варианты — Ғилми архивта) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән. Респ. радиолаштырыу ком‑ты эргәһендәге муз. ансамблдәрҙе, оркестрҙы, хорҙы ойоштороусы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Йыр һәм музыка дәрестәре. Өфө, 1967 (авторҙ.).

Әҙәб.: Б а ш и р о в М.З. Камиль Рахимов: очерк о композиторе. Уфа, 1967.

Х.С.Ихтисамов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова