РӘССАМДАР СОЮЗЫ, “Р ә с ә й  р ә с с а м д а р ы  с о ю з ы” Б ө т ә  Р ә с ә й  и ж а д и  й ә м ә ғ ә т  о й о ш м а һ ы н ы ң  Б а ш ҡ о р т о с т а н  р е с п у б л и к а һ ы н д а ғ ы  т ө б ә к  б ү л е к с ә һ е, рәссамдар һәм сәнғәт белгестәренең ижади берекмәһе. 1934 й. Өфөлә БАССР‑ҙың Рәссамдар союзы булараҡ ойошторола, 1937 й. алып РФ Рәссамдар союзының Башҡ‑н бүлексәһе, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Төп маҡсаты һәм бурыстары — Рәсәй һәм донъя художество мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын, һынлы сәнғәттә профессионализмды һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, Союз ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм проф. мәнфәғәттәрен яҡлау. Рәссамдар союзы күргәҙмәләр, ш. иҫ. халыҡ-ара — “Урал баҫма графика триенналеһы”, Рәсәй — “Киңлек һәм форма”, респ. — “Акварель яҙы”, “Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте”, “Башҡортостандың профессиональ биҙәү‑ҡулланма сәнғәте” күргәҙмәләре, скульптура б‑са симпозиумдар һ.б. ойоштора; халыҡ-ара, сит ил, Бөтә Рәсәй, төбәк, төбәк-ара күргәҙмәләрҙә, ш. иҫ. “Оло Волга”, “Тыуған ил образы”, “Рәсәйҙең йәш рәссамдары”, “Урал” (ҡара: Һынлы сәнғәт күргәҙмәләре), арт‑фестивалдәрҙә, конкурстарҙа, ТӨРКСОЙ ойошмаһы үткәргән Халыҡ- ара ижади лаборатория эшендә ҡатнаша; “Информационный вестник” (“Мәғлүмәт хәбәрҙәре”; 2008 й. алып), күргәҙмә каталогтарын нәшер итә. Өфө һынлы сәнғәт галереяһын һәм Бәләкәй күргәҙмәләр залын (Өфө) ойоштороусы булып тора. 1950 йй. алып Рәссамдар союзы эргәһендә Йәш рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре берекмәһе эшләй. Юғары етәксе органы — йыйылыш (йылына 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составында 193 ағза (2009). Идара рәйестәре: М.Д.Усманов (1934 й. алып), А.П.Лежнев (1936 й. алып), К.И.Герасимов (1937 й. алып), И.И.Урядов (1942 й. алып), Р.У.Ишбулатов (1947—53, 1957—58), М.Н.Арыҫланов (1954 й. алып), А.Т.Платонов (1955 й. алып), Т.П.Нечаева (1958 й. алып), Б.Д.Фузеев (1964 й. алып), Ғ.Ш.Имашева (1965 й. алып), Р.М.Нурмөхәмәтов (1970 й. алып), Э.М.Сәйетов !   !!!# !$#(1980 й. алып), З.Р.Басиров (1985 й. алып), И.И.Фартуков (1987 й. алып), А.А.Холопов (1989 й. алып), Н.А.Калинушкин (1991 й. алып), А.А.Дворник (1998 й. алып), З.Ғ.Ғаянов (2001 й. алып), Х.С.Фазылов (2004 й. алып).

Әҙәб.: Первый республиканский конкурс молодых художников Башкортостана на лучшее произведение изобразительного искусства: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2004; Изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2007.

М.О.Садиҡова, Х.С.Фазылов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова