“АРХАНГЕЛЬСКИЙ ВЕСТНИК” (“Архангел хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР‑ҙың «“Архангел хәбәрҙәре” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Архангел р‑нының ш. уҡ исемле ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1933 й. июленән урыҫ телендә “Вперёд” (“Алға”) исеме м‑н нәшер ителә башлай; 1958 й. окт. алып “Осҡон” гәз. (1948 й. башлап башҡ. телендә сыға) м‑н берләшкәндән һуң урыҫ телендә “Знамя Октября” һәм башҡ. телендә “Октябрь байрағы” исемдәре м‑н, 1966 й. апр. — “Знамя Ильича” һәм “Ильич байрағы”, 1992 й. — “А.в.” һәм “Архангел хәбәрҙәре” булараҡ баҫыла. 2000 й. алып урыҫ телендә генә сыға. 1962—66 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке