РӘСӘЙ МӘҘӘНИӘТ ФОНДЫ. Башҡ‑н филиалы Өфөлә 1987 й. СССР Мәҙәниәт фондының Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ асыла, 1991 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Төп маҡсаттары: мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғарифҡа ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү, БР күп милләтле халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм арттырыу. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән хәйриә; мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге соц. мөһим проекттарҙы һәм программаларҙы әҙерләү, тормошҡа ашырыу (“Тыуған яҡты өйрәнеү. Быуаттан быуатҡа — Мәҙәниәттә шәхес”, “Яңы исемдәр”, “Өфө рубежы”, “Мәжит Ғафури — 21 быуат”); китап сығарыу. Эшенең төп формалары: генеалогик тикшеренеүҙәр үткәреү (ҡара: Генеалогия); фәнни‑ғәмәли конф., тематик күргәҙмәләр, презентациялар, фестивалдәр һәм конкурстар, ш. иҫ. Респ. башҡ. музыкаһы фестивален, Н.Сабитов ис. Халыҡ‑ара музыкант‑башҡарыусылар конкурсын, асыҡ төбәк‑ара Л.Евграфов ис. йәш виолончелистар конкурсын, “Баҫҡыстар” (“Ступени”) балалар әҙәби ижады, тыуған яҡты өйрәнеү һәм журналистика конкурсы‑фестивален, М.Файн ис. Төбәк йәш скрипкасылар һәм виолончелистар фестивален, мастер‑кластар, хәтер кисәләрен һ.б. ойоштороу; хәрби‑патриотик сараларҙа, ш. иҫ. йыл һайын үткәрелгән “Бородино көнө” (“День Бородина”), “Ағиҙел өҫтөндә йәшен” (“Гроза над Белой”), ш. уҡ Еңеү көнөнә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына арналған фестивалдәрҙә ҡатнашыу; музей һәм китапханаларға методик ярҙам күрһәтеү; һынлы сәнғәт, музыка, шиғриәт,__ хореография һәм театр сәнғәте өлкәһендәге йәш һәләттәргә ярҙам итеү. 1992 й. алып филиал эргәһендә Әхмәрова Ф. исемендәге тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, 2008 й. — “Исток” әҙәби‑тыуған яҡты өйрәнеү ҡунаҡ бүлмәһе эшләй. 2003 й. башлап филиал тыуған яҡты өйрәнеү б‑са “Яҙмыштарҙы бәйләүсе еп” (“Судеб связующая нить”) альманахын сығара. Рәйестәре: Р.Ғ.Кузеев (1987 й. алып), З.Ә.Нурғәлин (1991 й. алып); дир.: С.Ғ.Хәмиҙуллина (1998 й. алып), Г.А.Иҡсанова (2004 й. алып).

Г.А.Иҡсанова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018